+2 °С
Ҡар
Башҡортостанда «Демография» милли проектының «Спорт - йәшәү нормаһы» федераль проекты сиктәрендә 15-16 йәшлек үҫмерҙәр һәм 17-18 йәшлек юниорҙар араһында бокс буйынса республика шәхси-команда ярыштары үтте.
Нуриман районы исеменән Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең тренер-уҡытыусыһы Вячеслав Байбатыровтың тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты. Рингтағы көсөргәнешле алыштарға ҡарамаҫтан, боксерҙар ярышта лайыҡлы сығыш яһаны. Әмир Хәйруллин 60 килограмлыҡ ауырлыҡ категорияһында - беренсе, Алмаз Яҡупов 54 килограмлыҡ категорияла беренсе урын алды.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://nuriman.bashkortostan.ru/