

«Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты ярҙамында булдырылған «Зерно» атамалы урында Физкультурниктар көнө байрамы күңелле үтте.
Байрамда байтаҡ майҙансыҡтар һәм оҫталыҡ дәрестәре эшләне. Сәхнәнән рус һәм татар телдәрендә йырҙар, үҙҙәре ижад иткән шиғырҙар яңғыраны, уйындар, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Шулай уҡ БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының, район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләү тантанаһы, урам баскетболы буйынса «Ҡыҙғылт һары туп» ярыштары еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://durtuli.bashkortostan.ru/