+2 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Август 2022, 06:31

Дәүләкән районында «Ауылпиадаға табан 16 аҙым» проектының финалы үтте

Соколовка ауылында «Ауылпиадаға табан 16 аҙым» проекты финалы үтте.

Дәүләкән районында «Ауылпиадаға табан 16 аҙым» проектының финалы үтте
Дәүләкән районында «Ауылпиадаға табан 16 аҙым» проектының финалы үтте

Соколовка ауылында «Ауылпиадаға табан 16 аҙым» проекты финалы үтте. 2021 – 2022 йылдарға иҫәпләнгән проект «Демография» милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Байрамды ауыл биләмәләре парады асты, унда ғаилә командалары, ауыл мәҙәниәт йорттары, китапхана хеҙмәткәрҙәре, көйәрмәндәр төркөмө ҡатнашты. «Үҙең менән таныштырыу» конкурсында һәр ғаилә үҙенең командаһы һәм девизы менән таныштырҙы, йыр башҡарҙы. Артабан улар ГТО нормаларын тапшырҙы, йүгереү, скандинав йөрөшө, дартс, саңғы уҙышы, арҡан тартыу кеүек ярыштарҙа көс һынашты, шахмат-шашка викторинаһында ҡатнашты.

Байрам бейеү флешмобы һәм киске дискотека менән тамамланды.

 

Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://davlekanovo.bashkortostan.ru/

Автор:Лилия Кантимерова
Читайте нас: