

Ульяновскиҙа «Демография» милли проектының «Спорт - йәшәү нормаһы» федераль проекты сиктәрендә ветерандар (35+) араһында дзюдо буйынса Рәсәй асыҡ чемпионаты үтте.
Дәүләкән районы исеменән «Самбо-75» Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Венер Йәғәфәров сығыш яһаны. Ул почётлы 2-се урынды яуланы.
«Мин көслө ярышташтарҙы еңдем, шулай уҡ финалға сыҡтым. Миңә һәр саҡ ярҙам итеүсе яҡындарыма, дуҫтарыма һәм көйәрмәндәргә рәхмәтемде белдерәм», - тине спортсы.
Яңылыҡ сығанағы: https://davlekanovo.bashkortostan.ru/
Фото сығанағы: https://contenta.info/press_releases/303979